Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленән һуң хоккейсы Григорий Панин Башҡорт драма театрын «Салауат Юлаев» уйынына саҡырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Күренекле Рәсәй хоккейсыһы, «Салауат Юлаев»тың ярымһаҡсыһы Григорий Панин уҙған көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында булды. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтәнен хәбәр итеүҙәренсә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡарап, хоккейсы ныҡ тәьҫирләнгән.

«Башҡорт драма театрының яңы постановкаһы миңә ныҡ оҡшаны. Үҙемде геройҙар менән бергә ҡурҡыныс һуғыш башланған, биш йыллыҡтар, кулактарҙы хөкөм иткән дәүергә күсеп киткән кеүек хис иттем», — тине Григорий Панин.

Спектаклдән һуң хоккейсы сәхнә артына күтәрелде һәм Башҡорт драма театры төркөмөн «Салауат Юлаев»тың алдағы уйынына саҡырҙы.

Гүзәл Яхинаның донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектаклдең премьераһы 24 ноябрҙә үтте. Спектаклдә ХХ быуаттың 30-сы йылдарында йөҙләгән килмешәк менән бергә Себергә юлланған крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханың яҙмышы тасуирлана. Ярослав Пулинович сәхнәгә ҡуйған, Хөрмәтулла Үтәшев башҡорт теленә тәржемә иткән. Рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, пластика – Ринат Абушахманов, яҡтыртыу буйынса рәссам – Илшат Саяхов.

Спектаклде йәнә 19 декабрҙә ҡарарға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1092716-posle-spektaklya-zuleykha-otkryvaet-glaza-khokkeist-grigoriy-panin-priglasil-bashdramteatr-na-match-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть