Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сит илдә Яңы йыл каникулдары: ҡайҙа Башҡортостан туристарын ваба, тапма, тағун ауырыуҙары көтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы Яңы йылда сит илдә ял итергә теләүсе республика сәйәхәтселәрен «бүләккә алып ҡайтыуҙары» ихтимал төрлө ауырыуҙар хаҡында иҫкәртте.

Мәҫәлән: Доминиканда туристарҙы ваба ауырыуы «һағалай». Шулай уҡ ул Һиндостанда, Тайландта, Кубала күҙәтелә.

Эпидемиология күҙлегенән имен булмаған илдәр иҫәбенә Вьетнам, Коста-Рика, Тайланд һәм Һиндостан да ингән – унда тапма ауырыуы теркәлгән.

Азияның бөтә көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә, айырыуса Тайландта, Вьетнамда, Камбоджала, Синагапурҙа, Ҡытайҙа, шулай уҡ көньяҡ Азияла: Һиндостанда, Шри-Ланкала, Мальдива Республикаһында; Үҙәк һәм Көньяҡ Америкала, Кариб бассейны илдәрендә; Грузияла Денге биҙгәге билдәләнгән.

Ҡытайҙа һәм Америка Ҡушма Штаттарында тапма ауырыуы теркәлгән.

Яҡын көнсығыш респиратор синдромы – коронавирус – Яҡын Көнсығышта. Атап әйткәндә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә.

Ауырыуҙар «ҡоторған» илдәр һәм йоғошло сирҙәр исемлеге Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы сайтында баҫылған.

Санитар табиптар сит илгә сығыр алдынан йәнә бер ҡат ғәмәлдәге ҡағиҙәләр менән иғтибарлыраҡ танышырға һәм бөтә кәрәкле прививкалар яһатырға кәңәш итә.

Сит илдә медицина хеҙмәте түләүле, шуға туристарға «страховкалы» һәм «страховкалы булмаған» осраҡтар исемлеге менән танышып, үҙҙәрен страховкаларға кәрәк. Балалар өсөн киңәйтелгән страховка алыу яҡшыраҡ булыр.

http://www.bashinform.ru/news/1092780-novogodnie-kanikuly-za-rubezhom-gde-turistov-iz-bashkirii-podzhidayut-kholera-malyariya-chuma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть