Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Шифаханаларҙы хосусилаштырыу күҙалланмай, беҙ уларҙы үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ — Евгений Гурьев

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Шифаханаларҙы хосусилаштырыу күҙалланмай. Беҙ үҙебеҙҙең йәки республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә уларҙың эшен әүҙемләштереү һәм үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ», — тип һөйләне Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның «Студия ҡунағы» тапшырыуында.

Уның билдәләүенсә, 2017 йылда төбәктәге барлыҡ шифаханалар дәүләт унитар предприятиеларҙан акционерҙар йәмғиәте йә иһә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип үҙгәртелде. «Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса беҙ ошонда туҡтаныҡ, артабан һатыу йәһәтенән», — тип өҫтәне ул.

Мәҫәлән, республиканың Ҡырымдағы шифаханаһын «Янғантау» шифаханаһы балансына индерергә хәл ителгән, ул, үҙ сиратында, йә филиал, йә иһә бүлендек йәмғиәт асып, үҙ иҫәбенә Ҡырымда балаларҙы дауалауҙы үҫтерергә тейеш. «Янғантау» өсөн дә үҫеш программаһы ҡаралған: яңы корпус, ошонда эшләгән табиптар өсөн йорттар  һалыу күҙаллана. Евгений Гурьев белдереүенсә, республика шифаханаларҙы үҙаллы үҫтерә ала. Бының өсөн көс тә, аҡса ла етә.

14 декабрҙә Магнитогорск металлургия комбинатынан «Ҡайынҡай» шифаханаһын һатып алыу буйынса килешеү төҙөлдө, ул иһә «Яҡтыкүл» балансына ҡабул ителде. «Башҡортостан Республикаһы өсөн был — өҫтәмә эш урындары, халыҡ, йәшәүҙән тыш, дауаланыу мөмкинлегенә лә эйә була. Магнитогорск металлургия комбинаты һатыуҙан килгән аҡсаны Яҡтыкүлдең, Абҙаҡтың инженер структураһына, ошо комплекстарға илткән юлдарға инвестицияларға йөкләмә алды», — тип өҫтәне вице-премьер.

http://www.bashinform.ru/news/1092566-privatizatsii-sanatoriev-ne-planiruetsya-my-natseleny-na-ikh-razvitie-evgeniy-gurev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть