Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Вахта ысулы: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 60 мең һумға яҡын эш хаҡы түләнгән яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республиканың Хеҙмәт министрлығы вахта ысулы менән эшләү өсөн яңы вакансияларҙы баҫтырып сығарҙы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтеюганскиҙағы «Регион-сервис» ғилми-етештереү предприятиеһына нефтте һәм газды химик анализлау лаборанты талап ителә. Эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Юғары белем (Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты), 4-се разрядлы химик анализлау лаборанты таныҡлығы мотлаҡ.

Йәшәү, туҡланыу, юл йөрөү — эш биреүсе иҫәбенә.

Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.

Өфөләге «Корпорация ИМС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Алыҫ Себерҙә эшләү өсөн контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса инженер кәрәк.

Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.

«Быстринское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Байкал аръяғы крайының Чита ҡалаһында вахта ысулы менән эшләү өсөн таҙартыу ҡоролмалары операторы талап ителә. Бер йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе кәрәк.

Туҡланыу һәм йәшәү — эш биреүсе иҫәбенә.

Хеҙмәт хаҡы — 40-60 мең һум.

Ошо уҡ предприятие газ ҡоролмаһын файҙаланыу һәм ремонтлау слесарын эҙләй.

Төшкө аш һәм торлаҡ — эш биреүсе иҫәбенә.

Хеҙмәт хаҡы — 49 мең һум.

«Фирт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Е» категориялы алыҫ юлға йөрөүсе водителде эшкә ҡабул итә. Эш тәжрибәһе өс-биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Хеҙмәт хаҡы — 45 мең һум самаһы.

Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1092685-vakhtovyy-metod-mintrud-bashkirii-soobshchil-o-novykh-vakansiyakh-do-60-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть