Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Яратҡан башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин. Ерҙең төньяҡ нөктәһендә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингында еңеүселәрҙең һәм проекттың төп партнерҙарының исемдәре яҙылған вымпел ҡуйыу күҙаллана.

«Тәүгеләрҙән булып Төньяҡ ҡотопто американ Роберт Пири яулай. 1909 йылдың 6 апрелендә ул эттәр егеп төньяҡ ҡотопҡа барып етә. Шул ваҡыттан алып унда сәйәхәт ҡылыусылар булды, ләкин бындай проект тәүгә тормошҡа ашырыла», — ти проектты ойоштороусылар.

Танылған башҡорт рәссамы Ринат Миңлебаев вымпелдың эскизын әҙерләү менән мәшғүл. Үҙҙәренең сәнғәте менән бик күп кешеләрҙең йөрәген яулаған һәм призлы урын алған башҡорт рәссамдарының исемен башҡорт һынлы сәнғәте оҫталары антологияһына индереү ҡаралған. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса донъя күргән китапты башҡорт рәссамдарының исеме яҙылған вымпелды ҡуйыу барышын сағылдырған фотоһүрәттәр менән биҙәү күҙаллана.

Әле халыҡ рейтингында Башҡортостандан 560 рәссам ҡатнаша, улар өсөн донъяның 84 иленән тауыш бирәләр. Проектты 800 мең кеше ҡараған.

http://www.bashinform.ru/news/1092612-imena-lyubimykh-bashkirskikh-khudozhnikov-poyavyatsya-na-severnom-polyuse-zemli/

Теги: проекттар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть