Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала спортты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында «Физик культураны, спортты һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү» дәүләт программаһы раҫланды.

Документ менән йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта таныштырҙы.

Программаға ярашлы, Башҡортостанда даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн спорт инфраструктураһын үҫтерергә, тармаҡтың матди-техник базаһын нығытырға, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы тураһында һөйләргә тәҡдим ителә.

2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 100 мең кешегә спорт ҡоролмалары һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды алды. 2011 йылдан төбәктә 784 спорт объекты, шул иҫәптән 48 ҙур спорт комплексы төҙөлдө. Мониторинг 30 муниципалитетта 74 аҙ бюджетлы спорт ҡоролмаһына ихтыяж булыуын күрһәтте, уларҙы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында төҙөү ҡаралған.

Спортта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн спортсыларҙы, тренерҙарҙы әҙерләү һәм камиллаштырыу өсөн тейешле шарттар, сифатлы спорт резервын булдырырға тәҡдим ителә.

Программа республикалағы һәләтле йәштәргә ярҙам итеүҙе, уның ижади ҡеүәтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы, йәштәр мөхитендә асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеүҙе үҙ уңында тота.

http://www.bashinform.ru/news/1092494-v-bashkortostane-utverzhdena-gosprogramma-po-razvitiyu-sporta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть