Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

21 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ағиҙелдә ҙур тегеү производствоһы асыла – Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы «Магеллан» компаниялар төркөмө менән Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә тегеү производствоһын ойоштороу, 100 яңы эш урыны булдырыу буйынса эш алып бара.

Әлеге ваҡытта ошо предприятие өсөн персонал һайлау буйынса саралар үткәрелә, потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙең анкеталары әҙерләнгән.

«Магеллан» компаниялар төркөмө менән 19 декабрҙә Ағиҙелдә эш эҙләүселәр менән әңгәмәләр уҙғарыу, производство өсөн майҙандар ҡарау, шулай уҡ ошо ҡалала тегеү производствоһын асыу буйынса артабанғы эштәр буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килешелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһынан.

http://www.bashinform.ru/news/1092301-v-agideli-poyavitsya-krupnoe-shveynoe-proizvodstvo-korporatsiya-razvitiya-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть