Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

21 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда өс депутат вәкәләтен юғалтты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауыл советында өс халыҡ һайланыусыһы үҙ вәкәләтен юғалтты. Депутаттар 2016 йыл өсөн килем, мөлкәт һәм милек характерындағы йөкләмәләр хаҡында декларация һәм тормош иптәшенең, бәлиғ булмаған балалырының шундай уҡ мәғлүмәттәрен бирергә онотҡан.

Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, был боҙоу «Коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү тураһында»ғы федераль законға инә. Прокурорҙар ауыл биләмәһе Советынан өс депутатты мандаттан мәхрүм итеү мәсьәләһен ҡарарға талап итте. Талап ҡәнәғәтләндерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1092690-v-bashkirii-tri-deputata-lishilis-mandatov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть