Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәрттеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Республика халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә һылтанып. Ведомство матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кесе йома, 14 декабрҙә, төбәктә елдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 17 метрға тиклем тиҙлектә иҫеүе көтөлә.

«Ел көсәйгән осраҡта тәү сиратта электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә кәрәк. Эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип аңлатты ҡотҡарыусылар.

Шулай уҡ Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы балкондарҙан һәм тәҙрә тупһаларынан әйберҙәрҙе алып ҡуйырға, тәҙрә янында тормаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу зарур: авариялар ихтималлығы арта.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, электр тапшырыу линиялары өҙөлгәндә, электрҙа өҙөклөк булғанда ҡотҡарыусылар ҡала телефонынан – 01, мобиль телефондан – 101 һандарына шылтыратырға ҡуша.

http://www.bashinform.ru/news/1092624-zhiteley-bashkirii-predupredili-ob-usilenii-vetra-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть