Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы граждандарыбыҙ именлегенә йүнәлтелгән – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған Башҡортостан Хөкүмәтендәге ултырышта 2030 йылға тиклемге осорҙа Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше раҫланды.

Республика етәксеһе был документтың оҙаҡ әҙерләнеүен, эштең «ҡатмарлы булыуын, күп көс талап итеүен» билдәләне. Стратегияны эшләүгә, уның төп положениеларын тикшереүгә тәүгә төбәктең ғилми коллективтары, «Сколково» белгестәре генә түгел, йәмғәтселек һәм эшҡыуарлыҡ та йәлеп ителде. Федераль үҙәктең, атап әйткәндә, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының теләктәре, төбәктәр эшенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре лә иҫәпкә алынды.

— Һөҙөмтәлә күләмле документ килеп сыҡты. Ул тәү сиратта граждандарыбыҙҙың именлегенә йүнәлтелгән ҙур программаларҙы, мөһим проекттарҙы һәм идара итеү ҡарарҙарын күҙаллау һәм тормошҡа ашырыу нигеҙенә әйләнергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә Рөстәм Хәмитов. – 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Стратегияла ҡуйылған бурыстарҙың уңышлы үтәлеше властың, бизнестың, йәмғиәттең һәм бөтә граждандарыбыҙҙың уртаҡ эшенә бәйле.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев 2030 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән Стратегияның төп положениелары менән таныштырҙы. Республика төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса даими рәүештә илдең ун алдынғы төбәгенә инә һәм шул йәһәттән географик яҡтан отошло урынлашыуын һәм үҫешкән инфраструктураны иҫәпкә алыу менән төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлештәрен һәм тиҙлеген билдәләй.

Күрһәткестәрҙе анализлау нигеҙендә Стратегияның дүрт өҫтөнлөгө билдәләнде. Ул – кешелек капиталы, иҡтисадтың реаль секторы, биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше һәм дәүләт менән идара итеүҙең камиллашыуы.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр нигеҙендә документ бурыстары һәм маҡсатлы күрһәткестәр формалаштырылған. Уларҙа иң мөһиме – кешелек потенциалын үҫтереү индексы һәм халыҡ иҫәбенә тулайым төбәк продукты. Һуңғыһын 2030 йылға өс тапҡырҙан күберәккә – 967 мең һумға саҡлы арттырыу күҙаллана. Ғүмер оҙонлоғо 76 йәшкә тиклем етергә тейеш.

Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы күрһәткестәр сифатында хеҙмәт етештереүсәнлеге, халыҡ иҫәбенә инвестициялар, ауыл хужалығы продукцияһының үҫеше билдәләнгән.

Яҡын ваҡытта документты тормошҡа ашырыу планы әҙерләнәсәк, тип хәбәр итте Евгений Гурьев.

Башҡортостан Башлығы Стратегия положениеларына ярашлы тармаҡ программаларын һәм муниципаль кимәлдә тейешле документтарҙы әүҙемләштереү кәрәклегенә иғтибар итте.

— Бөтә йүнәлештәрҙә лә эш алға барһын өсөн норматив-хоҡуҡи документтар комплексын булдырыу зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына был эште тамамларға тейешбеҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1092462-strategiya-2030-napravlena-na-blagopoluchie-nashikh-grazhdan-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть