Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

2018 йылдан Башҡортостандағы дүрт ҡала йылытыу өсөн факт буйынса түләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Киләһе йылытыу миҙгеленән Башҡортостандағы дүрт ҡала — Өфө, Благовещен, Ишембай һәм Нефтекама йылытыу өсөн күпме сарыф ителгән, шунса түләй, тип хәбәр иттеләр «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән.

«Фактик түләүгә күсеү түбәндәгене аңлата. Йылытыу осоро башланғас, ҡулланыусылар күп фатирлы йорттағы иҫәп приборында теркәлгән ресурс өсөн түләй. Был дәүмәл айҙыҡы айға бүленеп, ҡулланыусыға еткерелә. Гражданин арифметик юл менән фатирына күпме тура килеүен һанап сығара ала. Бының өсөн уның майҙанын күҙ уңында тотоу фарыз. Иҫәп приборҙары булмаған урында түләү 2016 йылда республика хөкүмәте ҡарары менән раҫланған нормативтар буйынса башҡарыла. Был осраҡта дәүмәл — бер үк, йылытыу осоро барышында үҙгәрмәй», — тип асыҡлыҡ индерҙе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «БашРТС» йәмғиәтенең директор урынбаҫары Ирина Попова.

Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма вәкиле әйтеүенсә, йылытыу миҙгеле тамамланғас, йылытыу өсөн түләргә кәрәкмәй. Йортта йәшәгән кешеләр эҫе һыу йәки «билдәле бер айҙа тотонолған ресурс өсөн» генә түләй.

«Йылытыу миҙгелендә коммуналь хеҙмәт өсөн сығымдың артыуын аңлайбыҙ. Әммә йәйге осорҙа бының өсөн түләү юҡ, — тип өҫтәне Ирина Попова. — Ошо яңы үҙгәрештәр беҙгә идара итеүсе ойошмаларҙың ҡайтанан иҫәпләүҙәрен файҙаланмаҫҡа мөмкинлек бирә. Хәҙер закон сығарыусылар ҡайтанан иҫәпләүҙәр өсөн ваҡыт билдәләне — яңы йылдың беренсе кварталы. Быға тиклем идара итеүсе ойошма иҫәпләүҙәрҙе үҙенә уңайлы ваҡытта башҡара ала ине. Шулай итеп, беҙ халыҡ өсөн аңлайышһыҙ ҡабаттан иҫәпләүҙәрҙән ҡасырға һәм 100 процентлыҡ асыҡлыҡҡа ирешергә теләйбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1092228-s-2018-goda-chetyre-goroda-bashkirii-budut-platit-za-otoplenie-po-faktu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть