Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөләге почтамт мәҙәниәт ҡомартҡыларының федераль реестрына индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

1930 йылдарҙа төҙөлгән Өфө почтамты «Элемтә йорто» тигән элекке исеме аҫтында Рәсәй Федерацияһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың бойороғонда хәбәр ителә. Бойороҡ ҡомартҡының аныҡ координаталарын, бинаның тышҡы йөҙөн һәм мөһим архитектура элементтарын, шулай уҡ ҡомартҡыны файҙаланыу режимын билдәләй.

Архитектор Николай Зарубиндың проекты буйынса төҙөлгән бина Ленин менән Коммунистик урамдары мөйөшөндә урынлашҡан. Сергей Синенко блогында хәбәр ителгәнсә, төҙөлөш 1930 йылда башлана һәм финанслау мәсьәләһе арҡаһында һигеҙ йылға һуҙыла. Элемтә йортон төҙөү ҡалаға ул мәлдәге хаҡтар буйынса 2,5 миллион һумға төшә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда бишенсе ҡаты төҙөлә. Ҡыйығында Коминтерн станцияһының радиовышкаһы ҡуйыла, ул һуғыш йылдарында Европа һәм көнсығыш телдәрендә фашистарға ҡаршы тапшырыуҙар алып бара.

1957 йылда Өфө почтамты үҙенең әлеге исемен ала.

Элемтә йортона күскәнсе Өфөләге почта үҙәге Чернышевский урамынан алыҫ түгел урында — «Сахаров телеграфы» тип йөрөтөлгән йортта урынлашҡан булған. Был ҡомартҡы — шәхси милектә (һәм 200 миллион һумдан ашыу хаҡҡа һатыла).

http://www.bashinform.ru/news/1092275-ufimskiy-glavpochtamt-stal-pamyatnikom-kultury-federalnogo-znacheniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть