Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

«Роспотребнадзор» идаралығы «иреүсән» дөгө ярмаһы менән бәйле мәсьәләне өйрәнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте («Роспотребнадзор») шаршамбы, 13 декабрҙә, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша йәнәһе пластиктан эшләнгән дөгө ярмаһы хаҡында видеохәбәрҙәр таралыуын хәбәр итте. Был хәбәрҙәрҙә сауҙа селтәрҙәрендә ғәҙәти дөгө ярмаһы ҡиәфәтендә «иреүсән дөгө ярмаһы» һатылыуы хаҡында һүҙ бара.

Бындай хәбәрҙәр теркәлгән төбәктәрҙә ведомство идаралыҡтары күҙәтеү саралары алып бара. Продукттың оҙатыу документтарына, сифатына һәм хәүефһеҙлегенә, продукцияның тышына яҙылған мәғлүмәттәргә баһа бирелә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите «Роспотребнадзор» идаралығы вәкиленә һылтанып.

http://www.bashinform.ru/news/1092283-rospotrebnadzor-razberetsya-v-voprose-s-plavyashchimsya-risom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть