Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Яңы йыл каникулдары: нисә көн ял итәбеҙ һәм ҡасан эшкә сығабыҙ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Эш аҙнаһы ҡыҙған мәлдә «Башинформ» агентлығы Яңы йылда һәм 2018 йылда ғинуар байрамдарында нисек ял итеүебеҙ хаҡында хәтергә төшөрөргә булды. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй, шулай иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн алдағы яңы йыл каникулдары теүәл ун көн дауам итәсәк. Ял көндәрен күсереү менән иҫәптә байрам оҙонлоғо былай килеп сыҡты: 2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем. Йәғни, күптәребеҙ шишәмбе, 9 ғинуарҙа, эшкә сыға. Тимәк, яңы йылда тәүге эш аҙнаһы ҡыҫҡа була.

2018 йылда рәсәйҙәрҙе 26 байрам көнө көтә. Ул – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тап киләсәк өс көн 23-25 февралдә, Рәсәй көнөнә тура киләсәк өс көн 10-12 июндә һәм тағы өс көн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле 3-5 ноябрҙә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән бәйле 8-11 мартта Рәсәй халҡы дүрт көнлөк отпускта була.

Май байрамдарына биш ял көнө ҡаралған: 29 апрелдән 2 майға саҡлы һәм 9 май – Еңеү көнө.

Графикка ярашлы ял көндәре шәмбе 6 ғинуарҙан йома 9 мартҡа; йәкшәмбе 7 ғинуарҙан шаршамбы 2 майға; шәмбе 28 апрелдән дүшәмбе 30 апрелгә; шәмбе 9 июндән дүшәмбе 11 июнгә; шәмбе 29 декабрҙән дүшәмбе 31 декабргә күсерелә. Шул рәүешле, 2018 йылда өс шәмбе – 28 апрель, 9 июнь һәм 29 декабрь эш көнө.

http://www.bashinform.ru/news/1092126-novogodnie-kanikuly-skolko-budem-otdykhat-i-kogda-na-rabotu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть