Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.97

EUR 76.50

15 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу уртаса – 10,5 мең һум

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы бер йыл эсендә 3,8 процентҡа осһоҙайған һәм хәҙер уртаса 10,5 мең һум тәшкил итә.

Ил буйынса (аналитиктар Рәсәйҙә 300 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙағы хаҡтарҙы иҫәпкә ала) ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙар дөйөм алғанда 2,3 процентҡа арзанайған, уртаса ҡуртым хаҡы – 10 мең һум.

Әммә ҡыйбат ҡалаларҙа бәләкәй фатирҙарҙы ҡуртымға алыу ҡиммәтләнә генә. Мәскәүҙә майҙаны 32 квадрат метр тәшкил иткән фатирҙа айына 30 мең һумға йәшәргә мөмкин. Петербургта һәм Сочиҙа – 19,5 мең һумға. Симферополдә – 18,5 мең. Мәскәү өлкәһендә – 16,9 мең, Севастополдә – 16,5 мең һум.

Иң осһоҙ бәләкәй фатирҙар – Чебоксар, Ҡурған, Магнитогорск, Түбәнге Тагил, Череповец ҡалаларында (4,8 – 5,6  мең һум).

http://www.bashinform.ru/news/1092223-v-ufe-arenda-sredney-odnokomnatnoy-kvartiry-10-5-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть