Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламенты республиканың 100 йыллығын билдәләү буйынса саралар планын раҫланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай президиумы 2019 йылда республиканың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планын раҫланы.

«Республика ошо датаға әүҙем әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән республиканың юбилейына 100 объект исемлеге төҙөлгән. Төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, инженер, юл инфраструктураһы объекттары һалына. Ҙур мәҙәни, ижтимағи саралар әҙерләнә. Республика парламенты ошо эштән ситтә тороп ҡала алманы. Беҙ республиканың саралар планына индерелгән тәҡдимдәр менән сығыш яһаныҡ. Бынан тыш, үҙебеҙҙең планды ла әҙерләнек. Уны тормошҡа ашырыуҙа депутаттар, Секретариат хеҙмәткәрҙәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ла ҡатнаша, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев. — Планға ҡыҙыҡлы, аңлайышлы, файҙалы сараларҙы индерҙек, улар уҡыусыларҙа, студенттарҙа, киң йәмәғәтселектә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, төрлө быуын вәкилдәренә тыуған төйәгебеҙҙең тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан танышырға, хоҡуҡи белем кимәлен күтәрергә ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ».

Раҫланған план Парламент тарихы музейында республиканың 100 йыллығы уңайынан тематик күргәҙмә ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Асыҡ ишектәр көнө, мәктәптәрҙә депутаттар ҡатнашлығында парламент дәрестәре, Башҡортостан тарихы буйынса тест, XX быуат башы шиғриәтенә бағышланған ижади кисә, «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны һәм флешмоб үткәреү ҡаралған.

Константин Толкачев һөйләүенсә, Дәүләт Йыйылышы юбилей датаһына «Ҡануниәт тикшереүҙәре» йыйынтығының махсус сығарылышын һәм балалар өсөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында баҫма әҙерләй. Саралар планы республиканың йөҙ йыллығына һәм Өфөләге тәүге өмәнең йөҙ йыллығына арналған өмә ойоштороуҙы ла күҙ уңында тота.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе сараларҙың бер өлөшөн ғәмәлдәге саҡырылыш депутаттары тормошҡа ашыра, ҡалғандарын киләһе йылда һайлауҙарҙан һуң тамамлау бурысы тора, тип билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1092107-parlament-bashkirii-utverdil-plan-meropriyatiy-po-prazdnovaniyu-100-letiya-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть