Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләү: бер ир республика полицейскийын бысаҡ менән яралаған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының   Өфөләге транспорт өлкәһендә линия идаралығы полицейскийын бысаҡ менән яралаған енәйәтсегә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янай. Тәфтишселәр асыҡлауынса, енәйәт 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Силәбе өлкәһенең Әшә станцияһында ҡылынған. Билдәһеҙ кеше тәртип һаҡсыһына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм ҡасҡан.

«Тәфтиш-оператив төркөм төҙөлгән, уның составында идаралыҡ аппараты тәфтишселәре һәм криминалистары, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Әле тейешле тәфтиш-оператив саралар уҙғарыла, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, ғәйепле кешене эҙләйҙәр», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш идаралығының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Енәйәтсенең билдәләре: 30-35 йәштәрҙә, буйы 165-170 сантиметр, ҡуңыр йөҙлө, һаҡал-мыйығы ҡырылған, ҡара ҡашлы, ҡара (һоро) күҙле, тура танаулы, һоро төҫтәге күн куртка, джинсы салбар, бәйләнгән башлыҡ кейгән.

Ғәйеплене күргән һәм уның ҡайҙалығын белгән кешеләрҙе 8-987-624-80-65, (347) 273-90-77 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар. Анонимлыҡ һаҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1092220-rozysk-opasnogo-prestupnika-muzhchina-porezal-politseyskogo-iz-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть