Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 10 районында «тәгәрмәсле» магазиндар асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандағы 10 районға алыҫта урынлашҡан һәм халыҡ аҙ йәшәгән тораҡ пункттарҙа сауҙа итеү өсөн тәғәйенләнгән автокибеттәрҙең асҡыстары тапшырылды.

«Тәгәрмәсле» магазиндар республиканың Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына юлланды.

«Төбәктә күсмә сауҙаны үҫтереү буйынса проект пилот режимында тормошҡа ашырыла, — тип хәбәр итте асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова. – Унда тәүгеләрҙән булып сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу мәсьәләһе киҫкен торған муниципалиттар ҡатнашты. Проектта ҡатнашыусыларҙы һайлап алғанда әлегә тиклем сауҙа нөктәләре булмаған тораҡ пункттарҙың 60% сикте артыуы төп шарт булып торҙо».

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов фекеренсә, автокибеттәр эшләй башлау  менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип көтөлә.

«Бүздәк районындағы 17 ауылда сауҙа нөктәләре юҡ ине, был — 680 кеше, — тип билдәләне ул. — Был иһә ауыл халҡының йәшәү сифатына бәйле ауырлыҡ тыуҙырҙы, улар кәрәкле тауарҙар артынан район үҙәгенә барырға мәжбүр булды».

Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автокибеттәрҙә халыҡты махсус әҙерләнгән маршрут һәм график буйынса хеҙмәтләндереү ҡаралған. Бының өсөн улар аҙыҡ-түлекте тейешле шарттарҙа һаҡларға мөмкинлек биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Күсмә сауҙаны үҫтереү буйынса проектты бойомға ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән.

http://www.bashinform.ru/news/1091995-v-10-rayonakh-bashkirii-poyavilis-magaziny-na-kolesakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть