Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Ел тыуҙырған моң»: Өфөлә төрлө илдәрҙән музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыш яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында I «Ел тыуҙырған моң»: халыҡ-ара этник тынлы инструменттар фестивале тамамланды. Өс көн буйына Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында төрлө илдәрҙән музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыш яһаны. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гала-концертта фестивалдә ҡатнашыусылар дипломдар һәм башҡорт милли уйын ҡоралы — ҡурай менән бүләкләнде.

Фестивалде ябыу тантанаһында ҡатнашҡан музыканттар:

Монголиянан Нямжанцан Галсанжамцын — билдәле музыкант, моринхурҙа һәм варганда уйнай. Күп кенә музыка ҡоралдарын боронғо технология буйынса үҙ ҡулдары менән яһай.

Игорь Подгоряну (Молдова) — милли һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Бухареста «Fanica Luca» халыҡ-ара пан-флейтала башҡарыусылар фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды.

Толгонай Осмонова (Ҡырғыҙстан) — мультиинструменталист, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, К. Молдобасанов исемендәге Ҡырғыҙ Милли Консерваторияһын тамамлаған. Чопо чоор, һыбыҙғы, чогойно чоор, темир ооз комуз, жыгач ооз комуз кеүек музыка ҡоралдарында виртуоз уйнай.

Ҡаҙағстандан Аяулым Ҡонанбаева— халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Һыбыҙғы, саз сырнай, жетеген уйын ҡоралдарында уйнай.

Үзбәкстандан Фәрхәд Бабаназаров һәм Ровшанджон Юнысов сов дойра (һуҡма музыка ҡоралы) һәм кошнай халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап күрһәтте.  

Норвегиянан Леонид Ларионов — халыҡ-ара конкурстар дипломанты, Норвегия музыка академияһын тамамлаған. Опера йырсыһы, мультиинструменталист.

Башҡортостандан фестивалдә Полина Кобец һәм «Узорица» фольклор ансамбле, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов, «Арғымаҡ» һәм «Сураман» этно-төркөмдәре, Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов ҡатнашты.

Фестиваль этник байрамда ҡатнашыусылар башҡарыуында дөйөм йыр менән тамамланды.

Сараны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы ойошторҙо.

http://www.bashinform.ru/news/1092017-muzyka-rozhdennaya-vetrom-v-ufe-vystupili-multiinstrumentalisty-iz-raznykh-stran/

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть