Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан тупланма бюджетҡа 301 миллиард һум һалым һәм йыйым индергән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Йыл башынан алып 11 ай эсендә тупланма бюджетҡа 301 миллиард 385 миллион һум һалым һәм башҡа түләүҙәр йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығынан.

Федераль ҡаҙнаға 152 миллиард һум йүнәлтелгән (2016 йылдың 11 айына ҡарағанда 49,4 миллиард һумға күберәк).

Башҡортостандың республика һәм муниципаль бюджеттарына 118,5 миллиард һум (9,3 миллиардҡа күберәк) кергән.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2018 йылға республиканың Финанс министрлығы 147,7 миллиард һум килем һәм 156,7 миллиард сығым күләмен билдәләгән.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар (шул иҫәптән нефть) сығарыу керем күләменең өстән бер өлөшөн тәьмин иткән, ул яҡынса 88 миллиард һум. Алкоголгә һәм тәмәкегә акциздарҙан ингән керем 20 процент – яҡынса 59,3 миллиард тәшкил иткән.

Ойошмалар табышына һалым (48 миллиард), НДФЛ (43 миллиард тиерлек), өҫтәлгән хаҡҡа һалым (36,4 миллиард), милеккә һалым (17,7 миллиард), махсус һалым режимы (7 миллиард) шулай уҡ ҙур ғына сумма килтергән.

2017 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында мотлаҡ социаль страховкалауға ингән түләүҙәр 87,8 миллиард һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1092061-v-bashkirii-za-11-mesyatsev-goda-byudzhet-popolnilsya-na-301-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть