Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Шаран районында етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн Шаран районы хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин ете торлаҡ хужаһына көтөп алған фатир асҡыстарын тапшырҙы. Фатирҙар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярышлы бирелде һәм ҙурлығы буйынса стандарт 33 квадрат метрҙан ашып китә.

«Бөгөн һеҙҙең өсөн мөһим һәм күптән көтөп алынған көн, һеҙ уны бер нисә йыл көттөгөҙ. Был ваҡиғаның Яңы йыл алдынан булыуы үтә ҡыуаныслы. Етем балаларға фатир бүлеү дәүләт программаһы Рәсәйҙә лә, республикала ла өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. 2012 йылдан бирле 46 фатир тапшырҙыҡ. Бөгөн һеҙҙең киләсәгегеҙ башланды, был артабанғы тормошоғоҙҙоң нигеҙе. Һеҙгә хәҙер инде үҙ йорттарығыҙҙа ғаилә бәхете теләйем», — тине район башлығы.

Үҙ сиратында, ҡарауға алған ата-әсәләр район хакимиәтенә, төҙөүселәргә һәм был шатлыҡлы ваҡиғаға ҡыҫылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1092090-v-sharanskom-rayone-bashkirii-vruchili-klyuchi-ot-kvartir-detyam-sirotam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть