Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында флагһыҙ сығыш яһау ҡарары хуплау тапты

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

12 декабрҙә Олимпия комитеты йыйылышынан һуң 2018 йылғы Уйындарға флагһыҙ барырға булған рәсәйҙәрҙең ҡарарын хупларға ҡарар иттеләр.

«Олимпиадаға барырға теләгәндәрҙе, һис шикһеҙ, хуплайбыҙ, әммә бармаҫҡа булғандарҙың ҡарарына ихтирам менән ҡарарға саҡырабыҙ», — тип аңлатма бирҙе «Лента.ру» агентлығында Рәсәй Олимпия комитетының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Константин Выборнов.

Алдан Рәсәй Президенты Владимир Путин Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһарға булған рәсәйҙәрҙе шулай уҡ хупланы.

«Беренсенән, тура әйтергә кәрәк, был йәһәттән үҙебеҙ ғәйепле, сөнки быға сәбәп бирҙек. Ә икенсенән, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, был сәбәп менән намыҫһыҙ файҙаландылар тип иҫәпләйем», — тине Владимир Путин.

http://www.bashinform.ru/news/1091836-rossiyskikh-sportsmenov-podderzhali-v-reshenii-vystupit-na-olimpiade-2018-bez-flaga/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть