Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаға «Рәсәй күңеле» премияһын тапшырҙылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Мәскәүҙә Чайковский исемендәге Концерт залында халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөш өсөн «Рәсәй күңеле» XI Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский премияны Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағында «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ риүәйәтсеһе һәм уҡытыусы Асия Ғәйнуллинаға тапшырҙы. Республикала йәшәүсе ҡатын «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында билдәләнде.

Асия Ғәйнуллина Башҡортостанда берҙән-бер үҙенең Сәсәндәр мәктәбен асыусы. Етәксе мәктәп менән берлектә башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡара. Ул республика театрҙарында башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары буйынса кәңәшсе һәм уларҙы ҡуйыусы. Асия Ғәйнуллина сәсән генә түгел, башҡорт халыҡ костюмына аксессуарҙар эшләү, кейеҙ баҫыу, ҡорама тегеү һәм күн эше буйынса оҫта булараҡ та билдәле.

100 мең һум күләмендә «Рәсәй күңеле» премияһы менән йыл һайын халыҡ художество йолалары һәм ижади ҙур ҡаҙаныштар өлкәһендә күп йылдар һөҙөмтәле эшләгән өсөн фольклор, халыҡ хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре, халыҡ бейеүе, оркестрҙар, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре етәкселәре, эпос башҡарыусылар (халыҡ риүәйәтселәре), халыҡ биҙәү-ҡулланма оҫталары бүләкләнә.

2017 йылда премия «Халыҡ көйө», «Халыҡ йыры», «Халыҡ бейеүе», «Традицион халыҡ мәҙәниәте» һәм «Халыҡ оҫтаһы» номинацияларында 15 сәнғәт эшмәкәренә тапшырылды. Лауреаттар хөрмәтенә Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры һәм Бүрәт, Башҡортостан Мордовия, Төньяҡ Осетия(Алания), Татарстан, Тыва, Сыуашстан һәм Удмуртия республикаларынан, Белгород, Иванов, Ҡурған, Ростов, Һамар һәм Томск өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән алдынғы һәүәҫкәр ансамблдәр, халыҡ көйө, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында байрам гала-концерты булды.

«Рәсәй күңеле» премияһы 2006 йылда булдырылған. 10 йыл эсендә 165 премия тапшырылған.

http://www.bashinform.ru/news/1091409-v-moskve-rukovoditelyu-shkoly-sesenov-asii-gaynullinoy-vruchena-premiya-dusha-rossii-/

Теги: премиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть