Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев төбәк парламенттары етәкселәре медиарейтингында алты баҫҡысҡа күтәрелгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең закондар сығарыу органдары етәкселәре медиарейтингында алты баҫҡысҡа күтәрелгән.

Константин Толкачев бөтә төбәк етәкселәрен уҙып китте тиерлек, тик Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан, Ҡырым республикаларынан, Санкт-Петербург ҡалаһынан, Иркутск, Мәскәү, Силәбе һәм Воронеж өлкәләренән коллегаларынан ғына ҡалышып. Волга буйы федераль округы буйынса оҡшаш рейтингта Константин Толкачев икенсе урын яуланы.

Медиарейтинг мәғлүмәттәрен «Медиалогия» компанияһы баҫып сығарҙы. Ул телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт сараларынан торған 43 мең самаһы сығанаҡ, шулай уҡ 450 миллион социаль медиа ингән киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1091917-konstantin-tolkachev-podnyalsya-na-shest-pozitsiy-v-mediareytinge-glav-regionalnykh-parlamentov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть