Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында ике һәм өс игеҙ балаларҙың ата-әсәһенә ниндәй түләүҙәр ҡаралғанлығын аңлаттылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2018 йылдың ғинуарынан балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Беренсенән, ике йәки өс игеҙ бала тыуған осраҡта тәүге бала өсөн айлыҡ түләү беренсе булып донъяға килгән сабыйға ғына ҡағыла. Шулай итеп, игеҙ баланың тәүгеһе өсөн ғаиләгә — айлыҡ пособие, ә икенсеһе өсөн әсәлек капиталы түләнә. Әлеге мәлдә уның күләме 453 мең һум тәшки итә. Ошо түләүҙе индексациялау 2020 йылға билдәләнгән — 471 мең һум.

Тыуым коэффициенты икенән кәм булған төбәктәрҙә өс игеҙ балалы ғаиләләргә ярҙам ҡаралған. Был программаға 60 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан да инә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь аҙағында Владимир Путин балалар мәнфәғәттәрендә милли ғәмәлдәр стратегияһы сиктәрендә беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләү индереүҙәре тураһында иғлан итте. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2018 йылда пособиеның уртаса күләме 10,5 мең һум тәшкил итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1091708-v-mintrude-bashkirii-razyasnili-kakie-vyplaty-polozheny-roditelyam-dvoen-i-troen/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть