Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы башҡорт теленә машина статистика тәржемәһен ойоштороуҙа ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башинформ» агентлығы башҡорт теленә машина статистика тәржемәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы Башҡорт теленең машина фонды хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт агентлығына тейешле тәржемә программаһын әҙерләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

«Башҡорт теленә тәржемә итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының рус телендәге яңылыҡтарына һылтанма ҡуя башлағас эш гөрләп алға китте! Хәҙер һәр яңылыҡ һөйләмләп һүтелә һәм Glosbe бөтә донъя универсаль тәржемә параллель билингваль текстарҙың мәғлүмәттәр базаһына инә», — тип хәбәр иттеләр Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан.

Башҡорт теленең машина фонды хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ «Яндекс.Тәржемәсе» ирекмәндәре «Башинформ» агентлығы етәкселегенә эштәрендә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1091455-agentstvo-bashinform-prinimaet-uchastie-v-sozdanii-mashinnogo-statisticheskogo-perevodchika-bashkirs/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть