Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 26 декабрҙә үтә. Башҡортостандан Мәскәүгә 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙан 114 кеше 8-13 йәштәге уҡыусы һәм 28-е оҙатып барыусы (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар). Юлламалар уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, активистарға – Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына бирелде. Бынан тыш, төп яңы йыл тантанаһына күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары бара.

Дәүләт Кремль һарайында уҙасаҡ дөйөм Рәсәй яңы йыл шыршыһынан тыш, балалар өсөн Измайлов Кремле һәм башҡа урындар буйлап экскурсия ойошторола.

Был сәфәргә аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.

25 декабрҙә иртәнсәк делегация Мәскәүгә шыршы байрамына оса, 27 декабрҙә Өфөгә әйләнеп ҡайта, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1091626-na-kremlevskuyu-elku-v-moskvu-poletyat-114-shkolnikov-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть