Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58 ↓

EUR 69.39 ↓

20 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Йылайырҙа һәм Баймаҡта яңы тегеү цехтары асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Йылайырҙа һәм Баймаҡта «Колибри» тегеү предприятиеһының яңы цехтары асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында. 2015 йылда асылған предприятие цехтарын Урал аръяғы ауылдарында урынлаштыра һәм урында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә ала. Етештереү биналары өсөн компания буш торған балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа социаль инфраструктура объекттарын йәлеп итәсәк. Инвестициялар биналарҙы төҙөкләндереүгә һәм йүнәтеүгә, коммуникациялар һуҙыуға йүнәлтелә.

Баҙарҙа ике йыл эшләп, компания 224 эш урыны булдырҙы. Ағымдағы йылдың декабрь айында Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында яңы цех асыла, унда тағы 44 хеҙмәткәр эшләйәсәк. 2018 йылда Баймаҡта 202 эш урынлыҡ цех асыу күҙалланған. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында (эшҡыуарлыҡҡа ойоштороу ярҙамын күрһәтеү өсөн ойошторолған) бизнес-план әҙерләнгән. Ул предприятиеға Хөкүмәт ҡарары сиктәрендә синтепон һатыу алыҡ буйынса сығымдарҙы ҡайтарырға ярҙам итәсәк. Баймаҡта ҙур цех асыу буйынса инвестиция проекты Башҡортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1091555-v-zilaire-i-baymake-otkroyutsya-novye-shveynye-tsekha-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть