Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

2018 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн 32,5 миллиард һум аҡса бүленә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй властары 2018 йылда федераль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 4 процентҡа индексациялауға 32,5 миллиард һум аҡса йүнәлтә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

2019 һәм 2020 йылдарҙа ла бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 4 процентҡа индексациялау ҡаралған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Рәсәй хөкүмәте 2018 йылдың 1 ғинуарынан бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 4 процентҡа күтәрергә ҡарар итте.

4 процент 2017 йылдың йомғаҡтары буйынса өлгәшеү ихтималлығы булған инфляция күләменән юғарыраҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса инфляция күләме 3 проценттан аҙыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе 30 ноябрҙә Рәсәй телеканалдарына биргән интервьюһында ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев.

http://www.bashinform.ru/news/1091553-v-2018-godu-na-povyshenie-zarplat-byudzhetnikam-vydelyat-32-5-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть