Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йәшәгән ҡатын ике йылдан һуң үҙенең улын тапты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда йәшәгән ҡатын һуңғы тапҡыр үҙенең өс йәшлек улын ике йыл элек, 2015 йылдың декабрендә күргән. Тап шул ваҡытта уның элекке ире яйлы сәбәп менән улын алып киткән. Малайҙың ҡайҙалығын асыҡлау буйынса күрелгән саралар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән.

Ике йылдан һуң ҡатын Һамар ҡалаһы урамынан үтеп барышлай таныш тауышты ишетеп, әйләнеп ҡарай һәм икенсе ҡатын оҙатыуында йөрөгән улын күреп ҡала. Ошо хәл 13 ноябрҙә була. Был көндө ул Һамарға алмаш график буйынса эшләгән предприятиеға килә. Бәхеткә, ошо ваҡытта полиция капитаны, Рәсәйҙең Һамар ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 2-се полиция бүлеге хеҙмәткәре Маргарита Алексеева эргәлә була. Ғариза биргән ҡатын шунда уҡ уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Баланы оҙатып йөрөгән ҡатындың сабыйҙың атаһының ҡатыны икәнлеген асыҡлағас, полиция капитаны үҙенең автомобилендә ошо ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы бүлеккә алып бара һәм полиция майоры бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса өлкән инспектор Анна Нәҙершинаға тапшыра. «Балалар полицейскийы» тулҡынланған әсәне тынысландыра, бала менән һөйләшә, документтарҙы тикшерә. Тейешле саралар күрелгәс, сабый әсәһе менән бергә өйөнә ҡайтып китте, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Һамар ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/news/1091487-zhitelnitsa-bashkirii-spustya-dva-goda-nashla-svoego-syna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть