Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан шашкасыһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ҡытайҙың Хуайань ҡалаһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын ҡабул итә. Унда Башҡортостан вәкиле Александр Георгиев ҡатнаша. Яҡташыбыҙ тиҙ программала көмөш миҙал яуланы.

«Александр Георгиевтың көмөш миҙалы — Интеллиадала һигеҙенсеһе. Өфө шашкасыһы Бөтә донъя уйындары программаһына ингән спорттың биш төрөндә спортсылар араһында уларҙың һаны буйынса берҙән-бер лидер булды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Шашка федерацияһында.

Шишәмбе, 12 декабрҙә, Интеллиадала суперблиц программаһы башлана. Алыштар һәр саҡ кемдеңдер еңеүе менән тамамлана, шуға күрә был дисциплина көйәрмәндәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

http://www.bashinform.ru/news/1091492-shashist-iz-bashkirii-zavoeval-serebro-vsemirnykh-intellektualnykh-igr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть