Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө мэрияһында кадрҙар үҙгәреше: Берҙәм иҫәп-касса үҙәген Ольга Чудинова етәкләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ольга Чудинова «Берҙәм иҫәп-касса үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде.

Ольга Семеновна Чудинова 1968 йылда Өфөлә тыуған.

Өфө авиация институтын тамамлаған. «Башинвестбанк» идараһы рәйесе була, «Бинбанк»тың Өфөләге филиалында етәксе вазифалар биләй.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре «Вәкәләттәрҙе артыҡ файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн тикшереү үткәрҙе. Ошонан һуң «Өфөнөң Берҙәм иҫәп-касса үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Илдар Ардаширов вазифаһынан бушатылды.  

http://www.bashinform.ru/news/1091416-kadrovye-izmeneniya-v-merii-ufy-edinyy-raschetno-kassovyy-tsentr-vozglavila-olga-chudinova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть