Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иман йорттарын төҙөү дауам итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда иман йорттарын төҙөү дауам итә. Ошо шәмбелә, 16 декабрҙә, Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында «Мансаф» мәсетен асыу тантанаһы була.

Иҫке Турай Йәрмәкәй районында боронғо ауылдарҙың береһе һанала, уға 1552 йылда нигеҙ һалынған һәм Байлар улысына ҡараған.

Революцияға тиклем ауылда дүрт мәсет булған. Һуңғы Аллаһ йорто 1914 йылда ауылдың уртаһында һалынған. Мулла итеп Күлбай ауылы кешеһе Мансаф Кашапов тәғәйенләнгән. Ләкин уға бында оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй. 1917 йылғы октябрь ваҡиғаларынан һуң мәсеттәр емерелә, уларҙан ҡалған материалдан мәктәп төҙөлә. Бөгөн ауылдың төп мәсете урынында Мансаф хәҙрәттең ейәне башланғысы һәм ауыл халҡы ярҙамы менән яңы мәсет ҡалҡып сыҡты. Ул бер йыл эсендә һалынды.

Мәсет асыу — Иҫке Турай ауылында йәшәүселәр өсөн генә түгел, бөтә район халҡы өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға. Яңы иман йорто исламдың тыныслыҡ нигеҙҙәрен пропагандалау аша ышанысты нығытыуға, районда һәм республикала тыныслыҡты һаҡлауға булышлыҡ итер, тигән ышаныста төҙөлөшкә башланғыс биреүселәр, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Ынйы Шафиҡова.

http://www.bashinform.ru/news/1091386-v-bashkirii-prodolzhaetsya-stroitelstvo-pravoslavnykh-i-musulmanskikh-khramov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть