Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүгә интеллектуаль театр баттлы уҙҙы: киң мәғлүмәт саралары командаһы еңде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тәүгә баш ҡала театрҙары араһында «СмАРТ» интеллектуаль-күңел асыу баттлы уҙҙы. Уйын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Кесе залында үтте. Интеллектуаль алышта киң мәғлүмәт саралары командаһы еңеүсе булды.

Уйында Башҡорт, Рус, Йәштәр драма, «Нур» татар, Йәш тамашасы, Ҡурсаҡ театрҙары һәм «Киң мәғлүмәт саралары ҡыҙҙары» командаһы ҡатнашты. Брейн-ринг форматындағы конкурс биш раундтан торҙо. Унда театр, кино тураһында, фекерләүгә һәм дөйөм тәрән белемлелеккә һорауҙар инде.

Киң мәғлүмәт саралары командаһына «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан Ләйлә Аралбаева, «Республика Башкортостан» гәзитенән Елена Шарова, «Кызыл таң» гәзитенән Айгөл Юльяҡшина, «Российская газета» баҫмаһынан Гөлназ Данилова һәм «Медиакорсеть» агентлығынан Надежда Вәлитова булды.

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы уйынды ойоштороусы булып сығыш яһаны. Уйын өсөн һорауҙарҙы драматург Әнгизә Ишбулдина әҙерләне. Жюриҙә театр белгесе Айһылыу Сәғитова һәм спорт комментаторы Азамат Моратов эшләне.

«Театр берекмәһен ойоштороу өсөн күп көс һалабыҙ. Спорт ярыштары, театр һабантуйҙары үткәрәбеҙ. Интеллектуаль уйынды тәүгә ойошторҙоҡ һәм уны даими уҙғарырға ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев.

http://www.bashinform.ru/news/1091289-vpervye-v-ufe-sostoyalsya-intellektualnyy-teatralnyy-battl-vyigrala-komanda-smi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть