Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республиканан шорт-трек оҫтаһы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындары өсөн яңы квалификация алды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Әлегә ҡәҙәр донъя аренаһында Башҡортостандың шорт-трек мәктәбен танытыусы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындарына Пхенчхане ҡалаһына башҡа төбәк өсөн бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул Мәскәү өлкәһе. Спортсы социаль селтәрҙә яңы квалификация алыуы һәм конькиҙа йүгереү спорты буйынса Рәсәй йыйылмаһына инеүе хаҡында хәбәр итте.

«Донъя кубогының IV этабында masstart дисциплинаһында алдағы ҡышҡы Олимпия уйындарына квалификация тамамланды. Был дисциплинала Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылма командаһында иң күп спортсылар була. Данил Семериков менән бергә өс күмәк старт һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 24 спортсы иҫәбенә индек, — тип яҙған Руслан Захаров. — Ярты йыл элек бының булырына ышанмаҫ та инем. Был һөҙөмтәгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Халыҡ-ара аренала конькиҙа йүгереү спортсы буйынса Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһау минең өсөн ҙур хөрмәт булды».

Башҡортостандан 30 спортсы Көньяҡ Кореялағы Уйындарҙа сығыш яһай ала. Алдан Рәсәй Олимпия комитетында белдереүҙәренсә, әлеге ваҡыта Олимпия уйындарында ҡатнашыуға рөхсәт алған спортсыларҙың береһе лә Олимпиадала нейтраль флаг аҫтында ҡатнашыуҙан баш тартмаған.

http://www.bashinform.ru/news/1091203-bashkirskiy-short-trekist-ruslan-zakharov-perekvalifitsirovalsya-radi-olimpiady-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть