Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошоноң ниндәй буласағын хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Синоптиктар декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошоноң ниндәй буласағын һөйләне. Рәсәй Гидрометеорология мәғлүмәттәре буйынса, 10-20 декабрҙә республика биләмәһендә уртаса тәүлек температураһының норманан 1-2 градусҡа юғары, республиканың көньяғында нормаға ярашлы булыуы көтөлә.

Был аҙнала төбәктә көндәрҙең һалҡынса тороуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана.

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгендә уҙған аҙналағы һауа торошо тураһында ла һөйләнеләр. Ҡыштың тәүге көндәрендә, ниһайәт, ҡар ятты. 4 декабрҙә республиканың төньяҡ райондарында 13 миллиметрға тиклем көслө ҡар яуыуы билдәләнде, ул бындағы ҡар ҡатламының артыуына килтерҙе. Төбәктең көньяҡ яртыһында ҡар һуңыраҡ – 7 декабрҙә генә ятты. Осор аҙағына төбәктең көнсығышында көслө ҡар яуҙы, елдең тиҙлеге секундына 16 метрға тиклем етте. Аҙна аҙағына һауа температураһы түбәнәйҙе: төндә -8,-14, төньяҡта -20, көндөҙ -7,-14 градусҡа тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1091343-v-bashkirii-sinoptiki-rasskazali-kakuyu-pogodu-zhdat-vo-vtoroy-dekade-dekabrya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть