Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика биләмәһендә водителдәрҙең штрафтарын тикшереү башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

11 декабрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 21 декабргә тиклем дауам итә. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, сараның төп маҡсаты — хоҡуҡ боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.

Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатыла. Статья икеләтә штраф һалыуҙы, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота.

Штрафты 20 көн эсендә түләү водителгә 50 процент ташлама бирә.

«Операция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең бурыстары бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Түләнмәгән щтрафтар тураһында мәғлүмәтте Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында йәки www.gosuslugi.ru сайтында алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1091021-na-territorii-bashkirii-nachalas-massovaya-proverka-voditeley-na-shtrafy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть