Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» исемле яңы фильмы: тарихи персонаждарҙы кемдәр уйнай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» исемле яңы тулы метражлы нәфис фильмында тарихи персонаждарҙы кемдәр уйнауы билдәле булды.

Алдан уҙғарылған кастинг буйынса, яҙыусылар Һәҙиә Дәүләтшинаны — Лилиә Исҡужина, Дауыт Юлтыйҙы — Рафиҡ Хәсәнов, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты— Артур Ишмөхәмәтов, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы — Руслан Хайсаров, актриса Зәйтүнә Бикбулатованы — Рушанна Бабич, милли театр реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиевты Артур Ҡунаҡбаев уйнай.

Режиссер Булат Йосопов хәбәр итеүенсә, тарих герой — «Башҡортостан» гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе булған, һуңынан репрессияланған Ҡасим Аҙнабаев аша күрһәтелә. Ролде әле Мәскәүҙә йәшәгән актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев башҡара.

«Беренсе Республика» — «Йәнле таҫма» кинокомпанияһының һәм «Башҡортостан» киностудияһының берлектәге проекты. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса фильм 2018 йылға производство планына индерелгән. Бөгөнгә фильмдың сценарийы әҙер, уны аҙыраҡ яраҡлаштырырға кәрәк, тип билдәләне режиссер. Сценарий авторҙары «Бабич» фильмындағы кеүек үк, — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова. Фильмды Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта, шулай уҡ ауыл күренештәрен төшөрөү күҙаллана.

«Яңы проектҡа ярҙам итеү өсөн түләүле онлайн-кинотеатр астыҡ. Ул ошо проектҡа аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Хәҙер теләгән һәр кем «Бабич» фильмын өс вариантта: рус, инглиз һәм төрөк субтитрҙары менән ҡарай ала. Фильмды рус телендә лә сығарыу ҡаралған», — тине Булат Йосопов.

http://www.bashinform.ru/news/1090790-novyy-film-bulata-yusupova-pervaya-respublika-kto-sygraet-istoricheskikh-personazhey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть