Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың М-5 трассаһында йылыныу пункты ойошторолдо: 40 кешегә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ярҙамы талап ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда М-5 трассаһының 1547-се саҡрымында водителдәр өсөн 20 кеше һыйҙырышлы йылыныу пункты ойошторолдо, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 10 декабрҙән 11-нә тиклем күсмә йылыныу пунктында 40 кешегә ярҙам күрһәтелде. Уларҙың 28-һенә ҡайнар аш һәм сәй бирелде, өсәүһе медицина ярҙамын алды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Форд Транзит» микроавтобусын һәм «МАЗ» автомобилен ремонтларға булышты.

Хәтерегеҙгө төшөрәбеҙ, һауа шарттарының боҙолоуына бәйле шәмбе көндөҙгө 12-се яртынан алып йәкшәмбе көндөҙгө 12-гә тиклем Силәбе өлкәһе биләмәһендә М-5 «Урал» трассаһының Мәскәү — Рязань — Пенза — Һамар — Өфө — Силәбе участкаһында ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнгәйне.

Әлеге ваҡытта Өфө гарнизонының оператив төркөмө юлдағы хәлгә мониторинг үткәрә, бының өсөн федераль һәм республика юлдарында оператив төркөмдәр эшләй.

104-се Юлды файҙаланыу предприятиеһының 12 берәмек техникаһы һәм 13 хеҙмәткәре юл япмаһын таҙарта, тағы 24 берәмек техника резервҡа ҡуйылған.

11 декабрҙә Силәбе өлкәһендәге М-5 федераль автомобиль юлында хәрәкәт штат режимында эшләй, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть