Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Беренсе һәм икенсе бала өсөн айлыҡ түләү күләме төбәктәге йәшәү кимәленә тап килергә тейеш — Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе бала өсөн уртаса айлыҡ түләү 10,5 мең һум була. Был турала «РИА Новости» хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итә.

Иң аҙ сумма — Белгород өлкәһендә йәшәүселәргә, иң күбе Чукотка автономиялы округы халҡына түләнә.

«Түләүҙең күләме төбәктәге йәшәү кимәленә тап килергә тейеш, шуға күрә беҙ балаға төбәк йәшәү минимумын алабыҙ. 2017 йылдың икенсе кварталында баланың йәшәү минимумы күпме — 2018 йылда ла пособиеның күләме шундай», — тине ведомство етәксеһе.

Ғаиләләргә адреслы пособие ғинуарҙан бирелә башлай. Аҡса бала йәш ярымға еткәнсе түләнә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә тәүге бала тыуғанда йәш ярымға тиклем айлыҡ түләү билдәләнеүен белдерҙе. Түләүҙең суммаһы ил субъектындағы бала өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә. 2018 йылда ул уртаса 10 523 һум, 2019 йылда — 10 836 һум, 2020 йылда иһә 11 143 һум булыр тип көтөлә. Өҫтәүенә түләү адреслы.

«Ғаиләнең килеме лә иҫәпкә алына. Был ғәҙел булыр тип уйлайым, сөнки тәү сиратта мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк», — тип билдәләне Владимир Путин.

http://www.bashinform.ru/news/1090845-razmer-ezhemesyachnoy-vyplaty-na-pervogo-i-vtorogo-rebenka-dolzhen-sootvetstvovat-urovnyu-zhizni-v-r/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть