Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

13 декабрҙән 14-нә ҡарата төндә йылдың иң сағыу йондоҙ ямғырын күҙәтергә мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда йәшәүселәр 13 декабрҙән 14-нә ҡарата төндә йылдың иң сағыу йондоҙ ямғырын – Геминиданың метеор ағымын күҙәтә ала. Нәҡ ошо төндә метеор ағымының иң ҙур әүҙемлеге көтөлә, әммә 19 декабргә тиклем йондоҙҙар атылыуын күрергә һәм теләктәр теләргә мөмкин.

«Метеор ағымын күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт – 14 декабрҙә яҡынса төнгө 1-ҙән 5-кә тиклем. Быйыл Геминиданы күҙәтеү өсөн иҫке Ай ҡамасауламаясаҡ. Иҫке Ай таңға табай – иртәнге 5 тула 8 минуттан ҡалҡа», — тип һөйләнеләр Өфө ҡала планетарийында.

Башҡа метеор ағымдар кеүек, Геминиданы күҙәтеү өсөн биноклдәр йәки телескоптар талап ителмәй, әммә күк йөҙөн урамдағы уттар  яҡтыртмаған урынды һайлау мөһим, тип кәңәш итә белгестәр.

http://www.bashinform.ru/news/1090878-samyy-yarkiy-zvezdopad-goda-mozhno-budet-nablyudat-v-noch-s-13-na-14-dekabrya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть