Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәшғүлеккә ярҙам буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының эшсе төркөмө — хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә ярҙам буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо. Башҡортостан башлығының тейешле бойороғо төбәктең рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев идара итеү комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Идара итеү комитеты составында — Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хеҙмәт министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, республиканың Фәндәр академияһы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы, Урман хужалығы, Мәғариф, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте, Финанс министрлыҡтары, Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Баштехинформ» республика ғилми-технологик һәм мәғлүмәт комплексы етәкселеге.

http://www.bashinform.ru/news/1090786-v-bashkirii-sozdan-upravlyayushchiy-komitet-po-podderzhke-zanyatosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть