Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

14 декабрҙә баш ҡалала күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, дөйөм туҡланыу предприятиелары һәм ресторандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә — администратор, юрист, бухгалтер, автомобиль водителе, йөк тейәүсе, магазин директоры, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, технолог, электрик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе.

Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1090087-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-predpriyatiy-torgovli-i-obshchepita/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть