Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Бәлешфест» фестивале, «Тулҡынландырғыс Башҡортостан» һәм Һөнәрҙәр мәктәбе президент гранттарына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале федераль грант алды. Президент гранттары фонды уны уҙғарыуға 471,8 мең һум аҡса бүлде. Фестивалде «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Ошо хаҡта мәғлүмәт Президент гранттары фонды сайтында «Еңеүселәр» бүлегендә баҫылған.

«Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү» бүлегендә төрлө гранттарға лайыҡ булған тағы бер нисә ҡыҙыҡлы проект бар. Бынан алда «Башинформ» 1,45 миллион һумлыҡ грант алған «Башҡортостандың әҙәби мәктәбе» проекты хаҡында хәбәр иткәйне.

Башҡортостандағы Владимир Спиваков фонды академияһына  2,1 миллион һумдан ашыу күләмдә грант бирелә. «Халыҡ кәсептәре: йәшәү сәнғәте!» балалар университеты шәхси белем биреү учреждениеһы 1677 мең һумлыҡ грант менән билдәләнгән.

«Тулҡынландырғыс Башҡортостан»: күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн күп милләтле Башҡортостандың мәҙәниәте буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә тактиль һүрәтле (рельефлы) китаптар һәм альбомдар әҙерләп, баҫтырып сығарыу 1,374 мең һумлыҡ грант ала.

«Сильбийская радуга» төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр фестивален уҙғарыуға 290 мең һум аҡса йүнәлтелә. Уны Бәләбәй районының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы ойоштора.

Башҡортостандың Һөнәрҙәр палатаһы проекты 2,3 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына «Һөнәрҙәр мәктәбен» үткәрә. Сибай ҡалаһының Социаль үҫешкә  булышлыҡ итеү хәйриә фондына «Ирәндек моңдары» фестивален уҙғарыу өсөн 500 мең һум йүнәлтеү ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1090703-v-bashkirii-prezidentskie-granty-poluchili-festival-beleshfest-trogatelnyy-bashkortostan-i-shkola-re/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть