Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө полицияһы ялған дауалаусыны һәм ошо енәйәттә ҡатнашы булған ҡатынды эҙләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө полицияһына мутлашыусылар тоҙағына эләккән ҡатындан хәбәр килде. Енәйәтселәр күҙ тейеүҙе дауалау ниәте менән уның миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаған.

Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, урамда таныш булмаған ҡатын уға күҙ тейгәнлеге һәм уны тиҙ арала бөтөрөү кәрәклеге хаҡында әйтә. Ошо мәлдә уның эргәһенә тағы бер ҡатын килеп, үҙенең «таҙарыныуы» тураһында һөйләй һәм ялған дауалаусыға рәхмәт уҡый башлай. «Йоланы» башҡарыу өсөн мутлашыусы иртәгәһенә осрашырға тәҡдим итә һәм тауыҡ йомортҡаһын килтерергә ҡуша.

Тылсымлы ғәмәл барышында ул йомортҡаны ҡулъяулыҡҡа төрә, уны асҡас, пенсионер ҡатынға йомортҡалағы ҡыҙыл тапты күрһәтә. Был, йәнәһе лә, бик ныҡ күҙ тейгән тигәнде аңлата. Шунан һуң мутлашыусы ритуалды тамамлау өсөн аҡса йыйып, төнгө сәғәт 12-лә зыяратҡа алып барырға кәрәк, тип хәбәр һала. Ялған клиент аҡсаны аферисткаға тапшырырға тәҡдим итә. Ҡатын, мутлашыусыларға ышанып, миллион һумдан ашыу аҡсаһын йоланы башҡарған «дауалаусыға» килтереп бирә. Икенсе көндө осрашыуға бер кем дә килмәй. Шунда ғына пенсионер ҡатын үҙенең алданыуын аңлай.

«Мутлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция ике ҡатынды эҙләй. Беренсеһе — 55 йәштәрҙә, буйы 160 сантиметр, ныҡлы кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара күҙле. Енәйәт ҡылған мәлдә ҡара пальто, бәйләнгән башлыҡ һәм итек кейгән булған.

Икенсеһе лә 55 йәштәрҙә, буйы 155 сантиметр тирәһе, ныҡлы кәүҙәле, күҙҙәре йәшел йәки зәңгәр төҫтә. Ҡара дубленка, бәйләнгән башлыҡ һәм ҡара итек кейгән.

«Әгәр ҙә һеҙ уларға оҡшаған кешеләрҙе күрһәгеҙ йәки уларҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 02, 279-39-02, 237-19-60, (347) 237-63-04, 279-53-42 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ. Полиция граждандарҙы таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа саҡыра. Оло йәштәге туғандарығыҙҙы хәүеф янау ихтималлығы тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1090746-politsiya-ufy-obyavila-v-rozysk-lzhe-tselitelnitsu-i-eye-soobshchnitsu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть