Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр пассажирҙар транспорты эшенә ялыу бирә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда йәшәүселәр пассажирҙар транспорты эшенә, шул иҫәптән еңел такси хеҙмәттәренә ялыу бирә ала. Был көндәрҙә республикала халыҡҡа транспорт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «ҡыҙыу линия» һәм граждандарға консультация биреү ойошторолған.

«Роспотребнадзор» идаралығының Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә кәңәш алырға мөмкин. Консультация биреү адресы: Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 58, 104-се бүлмә һәм «ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-100-47-67.

Шулай уҡ теләүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 25 адресы буйынса урынлашҡан Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итә һәм 8 (347) 287-85-18 телефонына шылтырата ала.

http://www.bashinform.ru/news/1090799-zhiteli-bashkirii-mogut-pozhalovatsya-na-rabotu-passazhirskogo-transporta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть