Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Элвин Грей, Анжелика Якусева, RNT – «Йәшлек-шоу» фестивале еңеүселәрҙе атаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә 25-се «Йәшлек-шоу» республика йәштәр фестивале үтте. Фестивалдең гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенты Ләйсән Ғәлимова фестиваль Гран-прийын яуланы. Ләйсән эстрада-джаз вокал бүлегендә уҡый. Бәләкәйҙән алып йырлай, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Reoformial» төркөмө йырсыһы булды. Ҡазанда йәшәне, әммә Ләйсән әйтеүенсә, «туған телдә йырлар, туған мәҙәниәтте һәм сәнғәтте күтәрер өсөн» республикаға кире ҡайтты.

Номинациялар киләһе рәүештә бүленде: RNT — «Йыл йырсыһы», TIMUR — «Йыл асышы», Элвин Грей (Радик Юльякшин) концерты — йыл сараһы, Анжелика Якусева — «Йыл алға китеше».

Радик Юльяҡшинға награданы ойоштороусылар ҡулына тапшырырға вәғәҙәләне, ә бына Анжелика Якусева махсус рәүештә Мәскәүҙән килде, унда ул соло карьераһы өҫтөндә эшләй. Эстрадаға юлы «Йәшлек-шоу»ҙан башланған Анжелика концертта ҡунаҡ сифатында ҡатнашты һәм ике йыр башҡарҙы.

«Бирешмә» төркөмө – беренсе, Нәғим Шәрипов – икенсе, Риана Хәлимова өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәр фестиваль һындары һәм бүләктәр менән наградланды. Юбилей фестивале миҙалдары башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарына ла – Рөстәм Ғиззәтулинға, Раил Өмөтбаевҡа, Гөлсөм Бикбулатоваға, МС Баш төркөмөнә һәм башҡаларға тапшырылды. Уларҙың күптәре уҙған йылдарҙа популяр эстрада шоуы лауреаттары булды.

Шоу аҙағында бөтә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар фестиваль гимнын башҡарҙы.

Фестиваль жюрийында «Тамыр» студияһы мөхәррире Асия Шахмина, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Нәркәс Сиражетдинова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Фирүзә Аллаярова, «Йәшлек-шоу» фестивале лауреаты Заһит Ҡунафин (MC Баш), Республика халыҡ ижады үҙәге әйҙәүсе методисы Азамат Ғәлимов эшләне.

Мәҙәни сараны телевидение алып барыусыһы Дилара Мусина, Йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов һәм опера йырсыһы Иҙел Аралбаев үткәрҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1090510-elvin-grey-anzhelika-yakuseva-rnt-festival-yeshlek-shou-otmetil-25-letie-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть