Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар һанын 15 процентҡаса арттырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балалар сәнғәт мәктәптәре эшенең мөһимлеген билдәләне һәм республика яғынан уларға ярҙам итеү хаҡында һөйләне.

— 2013 йылдан республикала балалар сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға йыл һайын бюджет саралары бүленә. Бөтә муниципалитеттарҙан ошондай 101 мәктәп 107 миллион һумдан ашыу тейешле субсидия алды, – тине төбәк етәксеһе Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһендә сығыш яһап. – Әгәр түңәрәкләп иҫәпләгәндә һәр мәктәп 1-шәр миллион һум алды. Музыка мәктәбе өсөн ул яҡшы һандар. Бындай эш киләһе йылдарҙа ла дауам ителәсәк. Бюджетта был маҡсатҡа аҡса ҡаралған.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 119 балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Уларҙа 40 меңдән ашыу бала белем ала, ул 2010 йылға ҡарағанда 5,3 процентҡа күберәк.

Балалар сәнғәт мәктәптәрендә фольклор бүлектәр һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары кластары бар. Атап әйткәндә, үткән уҡыу йылында 1200 кеше ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде.

Иң ҙур проекттарҙың береһе – электрон мәғарифты үҫтереү, уның сиктәрендә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан субсидиялар иҫәбенә сәнғәт мәктәптәре мультимедия ҡорамалдары (интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар), музыкаль студиялар, шулай уҡ һанлы ҡоралдар менән йыһазландырыла. Бер үк ваҡытта уҡытыусыларҙың квалификацияһы күтәрелә.

Республика уҡыу-методика үҙәге 5 мең респондент араһында уҙғарған һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы – балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, тәрбиәләнеүселәрҙең байтаҡ өлөшө сәнғәт мәктәптәрендә белем биреү процесының ойошторолоуы менән ҡәнәғәт. Шуның менән бергә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, тармаҡ етерлек тиҙлектә үҫешмәй, айырыуса халыҡты йәлеп итеү йәһәтенән.

— Ысынында иһә, балалар сәнғәт мәктәптәрендә бик аҙ кеше уҡый – яҡынса туғыҙ процент, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эйе, рейтинг лидерҙары ла бар: Межгорье – 35 процент, Краснокама районы – 23 процент, Ағиҙел – 21 процент, Сибай – 20 процент, Учалы – 19,1 процент, Хәйбулла районы – 18 процент, Көйөргәҙе районы – 17,5 процент, Архангел, Бүздәк райондары, Нефтекама – 15 процент, Миәкә районы – 14 процент. Бик шәп һандар! Һәр улар янында – муниципалитеттар, бында шөғөлләнеүселәр һаны ике-өс процент тәшкил итә.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, уҡыусылар һанын 15 процентҡаса арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

— Финанс йәһәттә атҡара алабыҙ. Һүҙ йөҙәрләгән миллион һум хаҡында бара, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына һәм муниципалитеттарға балалар сәнғәт мәктәптәре эшен айырым контролгә алырға ҡушып. – Был бик мөһим. Бөгөнгө фекер алышыу яҡшы шелтә булыр һәм егет-ҡыҙҙҙарҙы балалар сәнғәт мәктәбенә йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерерһегеҙ тип ышанам. Ресурстар етмәһә ярҙам итербеҙ. Балаларға аҡса йәлләмәйбеҙ. Был мәктәптәр балаларыбыҙҙы юғарыға күтәрә, уларҙан төрлө яҡлы, ижади шәхестәр үҫтерә.

http://www.bashinform.ru/news/1090507-nuzhno-uvelichit-dolyu-uchashchikhsya-v-shkolakh-iskusstv-do-15-protsentov-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть