Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Ярославлдең «Локомотив»ын отто – дүртенсе уйын рәттән еңеү

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ярославлдең «Локомотив»ы «Салауат»тың үҙ боҙондағы һуңғы уйынында Континенталь хоккей лигаһында рекордтан башланы: биш секундтан Бен Скривенстың ҡапҡаһына тәүге шайба осоп инде. Схемаһы ябай: шайбаны ташлап ебәреүҙә еңеү, уңышлы тапшырыу һәм гол. «Өфө-Арена»ла йыйылғандар нимә булғанын да аңламай ҡалды. Александр Емелин үҙ иҫәбенә мәрәй яҙҙы. Беренсе осор уртаһына Өфө дружинаһы биш минутҡа уйынсылар һаны буйынса әҙселектә ҡалды. Йәнә биш секунд «юлаевсылар» өсөн хәл иткес роль уйнаны (быныһында тәнәфескә биш секунд ҡалғас): Брэндон Козун «Локомотив» өсөн икенсе шайба индерҙе: – 0:2.

Тәнәфестән һуң «Салауат»тың ҡапҡаһын Андрей Кареев һаҡлай башланы. Ҡапҡасының өфөләр формаһында әлегә бер тапҡыр ҙа еңмәүенә ҡарамаҫтан, тамашасылар голкиперҙы алҡышлап ҡаршы алды. Боҙҙа кеше ышанмаҫлыҡ хәл башланды. Михаил Юньков иҫәптәге айырманы ҡыҫҡартты. Һуңынан Игорь Макаров хәләл ефете Лера Кудрявцева алдында һуғышҡа ҡыҫылды һәм бөтә майҙанды ғына түгел, команданы ла ҡыҙҙырҙы. Ике яҡ уйынсыға ла штраф һалынды һәм бер нисә секундтан Теему Хартикайнен башҡарыуында икенсе шайба ярославлдәрҙең ҡапҡаһына инеп китте – 2:2.

Өсөнсө осорҙа «Салауат» үҙ уйынын дауам итте. Өсөнсө шайбаны башланғыс звено уйынсылары ойошторҙо: Хартикайнен һәм Арзамасцев үҙ иҫәбенә гол тапшырыуҙы яҙҙы, уны тура һелтәү менән Йонас Кемпайнен тамамланы – 3:2. Уйын аҙағында Ярославлдән килгән ҡунаҡтар һуңғы мөмкинлеген файҙаланды һәм ҡапҡаһын буш ҡалдырып, алтынсы уйынсыһын сығарҙы. Әммә уны һаҡлай алманы. Максим Майоров дүртенсе шайба индерҙе, ләкин ул иҫәпләнмәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡапҡасы Андрей Кареев Өфө клубында тәүгә еңеү яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1090621-salavat-yulaev-vyigral-lokomotiv-chetvertaya-pobeda-podryad/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть