Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда юридик диктантта 425 кеше ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда 9 декабрҙә 425 кеше ҡатнашлығында юридик диктант 13 майҙансыҡта үтте. Алты майҙансыҡ Өфөлә, ҡалғандары Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Белоретта һәм Салауатта эшләне. Шарттар буйынса, хоҡуҡи белемде тикшереү буйынса тестта 14 йәштән теләгән һәр ҡатнаша алды. Диктантты Рәсәй Юристар ассоциацияһы һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 25 кеше үҙ белемен тикшерҙе – күбеһенсә баш ҡала юғары уҡыу йорттарының юридик факультеттары студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары, шулай уҡ юриспруденциянан алыҫ кешеләр ҙә – медицина һәм педагогия университеттары студенттары, Башҡортостан дәүләт университетынан буласаҡ журналистар һәм геологтар.

«30 тест эшенә бер сәғәт ваҡыт бирелде, күптәре уларҙы тиҙерәк эшләне. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе 100 балдан 70-тән күбәрәк йыйҙы, был яҡшы һөҙөмтә», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультеты деканы урынбаҫары Венера Сәйфетдинова. Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙә иғлан ителә.

«Тест һөҙөмтәләре Рәсәй халҡының хоҡуҡи белем кимәлен белергә һәм мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында хоҡуҡ өлкәһендә белем биреү программаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк», — тип иҫәпләй Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова.

Дөйөм алғанда Рәсәй буйлап 50 меңләп кеше ҡатнашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1090486-v-bashkirii-v-yuridicheskom-diktante-prinyali-uchastie-bolee-380-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть